Телеграммаларҙы 2-се майҙа тарата башлайҙар һәм 9-сы майға тамамлау ҡарала. Рәсәй почтаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотлау хатының тышын Леонид Головановтың “Ҡыҙыл армияға — дан” тип аталған плакаты биҙәй. Эс яғында Бөйөк Ватан һуғышы фотохроникаһынан кадрҙар урын алған. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытында тапшырылмаған телеграммалар һуңынан барлыҡ ветерандарға ла еткереләсәк, тип ышандыралар почта хеҙмәтенән.
37 меңдән ашыу ветеран Владимир Путиндан Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан ҡотлау хаты аласаҡ
