Башҡортостан тауышы. Зәйнәб Биишеваның биографияһында республика радиоһына арналған йылдар хаҡында

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә, драматург, журналист Зәйнәб Биишеваның биографияһында республика радиоһына арналған биттәр ҙә бар. 1939-сы йылдың февраленән алып 1941 йылдың авгусына тиклем ул Башрадионың балалар секторында эшләй. Был фотоларҙа ул әле йәш, һәм әлегә барыһы ла алда — «Яҡтыға» трилогияһы ла, повестар ҙә, шиғырҙар, драмалар ҙа. Һәм танылыу, халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы, БР С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ла — барыһы ла алда. Ә әлегә — республика радиоһында эшләү, 1941 йылда тәүге китабын күреү бәхете. 



Яндекс.Метрика