Башҡортостанда апрель өмәләрендә 1 миллион ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан

  • Башҡортостанда апрель өмәләрендә 1 миллион ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан | ГТРК «Башкортостан»

Улар 482 мең кубометр сүп-сар йыйып алған. Ошо турала вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Экологик акциялар бөтә 63 муниципалитетта ла үткәрелгән. Бер ай эсендә республикала 164 тематик аллея барлыҡҡа килгән, 35 меңдән ашыу ағас һәм 10 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртылған. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ағастарҙы яҙын ғына түгел, көҙөн дә ултыртырға ҡушты.



Яндекс.Метрика