Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ табыусыларға ҡарата енәйәт эше асылды

Йылайырҙа тәбиғи ташты сығарыу буйынса законһыҙ карьер табылған. Шулай уҡ Баймаҡ районындағы Темәс ауылы янында ошондай урын барлығы асыҡланған. Файҙалы ҡаҙылмаларҙы браконьерлыҡ ысулы менән эшкәтеүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ә күрелгән зыян күләме бөгөн миллиондарса һум менән иҫәпләнә, ти Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Башҡортостан тәбиғәтен юҡ итеүселәргә ҡаршы көрәш, республика менән Радий Хәбиров етәкселек итә башлағас ҡына яйға һалынды, ти Рәсәй парламентарийы.



Яндекс.Метрика