Һауа составын тикшереү Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла бара

Урындан хәбәр итеүҙәренсә, унда күсмә экология лабораторияһы көкөрт диоксиды миҡдарын даими үлсәп тора. Бының менән бергә медицина тикшереүҙәре лә махсус тәртиптә алып барыла. Өфө табиптары өс көн дауамында Иҫке Сибай халҡын ҡабул иткән. Ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина әйтеүенсә, ике йөҙгә яҡын кеше һаулығын тикшерткән. 



Яндекс.Метрика