Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 11.11.2019

Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды.

Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы берләшмәһе Рәсәйҙең урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү милли ассоциацияһы составына инә. Был ҡарар берләшмәнең сираттан тыш съезында ҡабул ителде. Милли ассоциация Президенттың май Указдарынада билдәләнгән Милли проекттарҙы боойомға ашырыуға халыҡты һәм  уның менән урында тығыҙ бәйләнеш тотҡан үҙидаралыҡ вәкилдәрен йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда 800-ҙән ашыу муниципаль берәмек иҫәпләнә. Уларҙың һәр дүртенсеһендә быйыл сентябрҙәге һайлауҙа халыҡ ышанысын алған яңы башлыҡ идара итә. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уҙидаралыҡ фермерҙар, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәренең уңышлы эшмәкәрлегенә таяна.

 

Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.

Радмир Сәғиҙуллин эске эштәр органдарында ун йылдан ашыу яҡын хеҙмәт итә. Күптән көтөлгән, яңы, заманса талаптарға яуап биргән автомобиль алыу бәхетен күптән көттөк, ти егет.

Һөнәри байрам уңайынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  өр-яңы 40 автомобиль асҡыстарын алды. Техника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған

Был машиналар полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен тағы ла һөҙөмтәлерәк итер, тигән ышаныс белдерә баш автоинспектор Динар Ғилметдинов.

Алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмө байрам уңайынан ойошторолған тантанала юғары наградалар тапшырылды. Өфөлә патруль пост хеҙмәтендә эшләүсе Айҙар Ғәниев полиция алдынғыһы, тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

Полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәбрикләне.

2019-сы йылда ғына республикала 24 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған, шуларҙың 4 меңе ауыр һәм үтә лә ауыр енәйәттәр. 

 



Яндекс.Метрика