Хәйерле иртә, Республика - Берҡаҙан-Ҡамыш яҙмышы

Нимә ул һаҙлыҡ? Кешеләр һәм тәбиғәт өсөн уларҙың әһәмиәте нимәлә? Берләшкән милләттәр ойошмаһының Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһына ярашлы Асылыкүл эргәһендә урынлашҡан Берҡаҙан-ҡамыш һаҙлығы ҡайтанан тергеҙелә. 16 миллион һум аҡса йүнәлтелгән проект тормошҡа ашырыла һәм Рәсәйҙең урман-дала зонаһының иң ҙур һаҙлығына йән керә башланы. Бөтә Башҡортостандың  тәбиғәте өсөн мөһим сара һәм республикабыҙҙа халыҡ-ара әһәмиәттәге тәүге һыу-һаҙлыҡ биләмәһе тураһында “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында география фәндәре докторы, профессор Әүфәр Гәрәев менән әңгәмә ҡоролдо.

Яндекс.Метрика