Хәйерле иртә, Республика! - Иштуған ташы

Ниндәй ул  серле таштар?! Сентябрь һәм октябрҙә беҙ  «Башҡа таштар» фильмдар теҙмәһенең тәүге ике өлөшөн тамашасылар иғтибарына тәҡдим иткәйнек. Тәүге фильм Ғәлиәкбәр ауылынан Ғәйшә инәйҙең тылсымлы ташы һәм дауалау ҡөҙрәте тураһында булды. Икенсе фильм бик күп ғалимдар һәм ситтән килгән сәйәхәтселәр өйрәнеп, уның турала  яҙып ҡалдырған Йәй таштарына бағышланды.

Ә бөгөн  фильмдар теҙмәһенең өсөнсөһө  донъя күрә.  Авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тәжрибәле журналист Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова был юлы ниндәй серҙәр асыр? Фильмды башта ҡарайбыҙ, ә аҙаҡ студияла Луиза Азамат ҡыҙы менән әңгәмәлә көтәбеҙ барығыҙҙы ла.

Яндекс.Метрика