Хәйерле иртә, Республика! - Кемдә нимә, беҙҙә туй!

2020 йыл – туйҙарға бай булмаҡсы. Бигерәк тә, февраль айында матур даталар күп. Мәҫәлән, 2 февраль йәкшәмбе булһа ла, Өфөлә ҡайһы бер ЗАГСтар был көндө үҙ ишектәрен асып, бихисап парҙарҙың никахтарын законлаштырҙы. Ғөмүмән, туй көнөн һайлағанда, байрамды ойошторғанда төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә? Ни өсөн һуңғы ваҡытта милли һәм айыҡ туйҙарға иғтибар арта? Бөгөн “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында иң матур ғүмер байрамдарының береһе – туйға бәйле мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡтыҡ..

Яндекс.Метрика