Хәйерле иртә, Республика! - Өфө Башҡортостан театрҙарын йыя

Өфө Башҡортостан театрҙарын бергә туплай. Тап иртәгә баш ҡалаға республика ҡалаларында ижад иткән коллективтар киләсәк. Уларҙың барыһы ла “Бәләкәй театрҙар фестивалендә” ҡатнашыусылар. Рәсәйҙә иғлан ителгән театр йылы сиктәрендә уҙғарылған форум тамашасыларға яңы спектаклдәр менән танышыу мөмкинлеген бирәсәк.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Туймазы татар драма һәм Салауат башҡорт драма театрҙары артистары. Улар – Туймазынан Айрат Солтанов – Башҡортостандың халыҡ артисы, Данил Нуриханов – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Эльвина Мусина һәм Гөлсәсәк Зарипова – Салауат башҡорт драма театры артистары. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ ижади эшмәкәрлек кенә түгел, ә артистарҙың оҫталығын тура эфирҙа күрһәтәсәк.



Яндекс.Метрика