Хәйерле иртә, Республика - Яңы йылды көткәндә

Башҡортостан Яңы йылға әҙерләнә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Раштыуа каникулы осоронда һәр бер мәҙәни үҙәк халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Музейҙар һәм концерт залдары, сәнғәт һәм мәҙәни обьекттарҙа үткәреләсәк кисәләр, осрашыуҙар барыһы ла халыҡта байрам кәйефе тыуҙырыр, тип  көтөлә. Үҙенсәлекле экспозицияларҙың береһе Милли музейҙа ла асыла. Республиканың төп музейында “Яңы йыл тураһында” тип аталған ретро-күргәҙмә эш башлай. Ниндәй экспозиция һәм унда ниндәй экспонататр буласаҡ. Ошо һәм башҡа һорауҙарға студиябыҙ ҡунағы — Милли музейҙың күргәҙмәләр бүлеге ғилми хеҙмәткәре Зөһрә Иҫәнғолова яуап бирерҙе.



Яндекс.Метрика