Хәйерле кис, республика! - 20.11.19 "Дуҫлыҡ иле биҙәктәре" бейеү сәнғәтенә ғашиҡ балаларҙы йыя

24 ноябрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерттар залында, «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» тип аталған балалар башҡарыуындағы халыҡ бейеүҙәре асыҡ республика фестиваль-конкурсының гала-концерты үтәсәк. Унда еңеүселәр билдәләнәсәк.

«Хәйерле кис, республика!» тапшырыуында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсина (конкурстың жюри рәйесе) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимаҙиева( ойоштороусы) ҡатнашты.



Яндекс.Метрика