Иҡтисади Башҡортостан - 06.02.20 #Өйҙә һәр кем яҡлау табасаҡ

Тыуған яҡҡа ҡайтырға теләгән һәр кем ярҙам һәм яҡлау табасаҡ. Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Маҡсат — буласаҡ белгестәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу, киләсәктә иң яҡшыларын Башҡортостанға ҡайтарыу. #Өйҙә хештегы менән билдәләнгән беренсе студенттар форумын ойоштороу башланғысы Радий Хәбировтан сыҡҡайны. Республика Башлығы сит төбәктәрҙә йәшәгән студент һәм аспиранттарҙы Башҡортостанға ҡайтарыу был форумда яңғыраған һүҙҙәр менән генә сикләнмәһен, ә реаль ярҙам булһын тигән теләк белдерҙе. Хөкүмәткә аныҡ программа булдырыу бурысы йөкмәтелде.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡазан, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Пермь, Сорғот һәм башҡа ҡалаларҙан, хатта ҡайһы бер сит илдәрҙән ҡайтты яҡташтарыбыҙ. Буласаҡ белгестәрҙе тыуған яҡҡа эшкә ҡайтыу, үҙ ерлегендә шәхес булып үҫешеү ҡыҙыҡһындыра тигән һығымта яһайрға уын бар. Быны сараға йыйылыусылар һаны ла дәлилләй. Унда 1 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Студия ҡунағы — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов.



Яндекс.Метрика