Иҡтисади Башҡортостан - 13.02.20 Аҡ ҡомло пляж, диңгеҙ, зиннәтле лайнер, ҡәнәғәт йөҙҙәр... Әкиәтме?

Аҡ ҡомло пляж, диңгеҙ, зиннәтле лайнер, ҡәнәғәт йөҙҙәр. Билет хаҡы ике тапҡырға осһоҙ. Ҡыҙыҡһындырамы? Әлбиттә! Агрессив реклама һәр ваҡыт үҙ ҡулланыусыһын таба. “Инкруизес”! Америка компанияһы, бөтә донъя буйлап ярты хаҡҡа сәйәхәткә саҡыра. Был шәп тәҡдимде күптәрегеҙ ишеткәне барҙыр әле, булмаһа ишетерһегеҙ. Тик алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмәнән белгестәр фекерен тыңлау артыҡ булмаҫ. Беҙ бер кемде лә ғәйепләргә йә өгөтләргә йыйынмайбыҙ. Мәғлүмәт өсөн еткерәбеҙ, ә теләһә ниндәй тәҡдимде ҡабул итергәме, юҡмы һәр кем үҙе хәл итә. Инкруизес сәйәхәтселәр клубы ҡәҙимге пирамида ысулына ҡоролған тип иҫбатлай күп белгестәр. Бындай ойошмаларҙың нисек эшләгәнен яҡшы белһәк тә тоҙаҡҡа үҙ аяҡтарыбыҙ менән барып баҫабыҙ. Төрлө сәбәптән, кемдер алданыраҡ инеп ҡалһам теге юғарыла еңел аҡса эшләп ятыусылар рәтендә буласаҡмын тип аңлы рәүештә туған-таныштарын алдарға тотона, икенселәр пирамида принцибын аңламайынса, өсөнсөләр, шәхсән был осраҡта, ярты хаҡҡа донъя гиҙеп ҡайтам тип ышана. Ә тәҡдим ителгән “тауарҙың” эстәлеген асып ҡарарға ла, ваҡ хәрефтәр менән яҙылғанын уҡырға ла ваҡыт тапмайбыҙ.
Ана шул эстәлеген бер аҙ асыҡлап ҡарайыҡ. Инкруизис лайнерында сәйәхәт туристик агентлыҡтыҡынан ике тапҡырға осһоҙ. Нисек улай?

Ойошманың үҙ лайнерҙары юҡ, улар ҙа туристик компаниялар кеүек ҡуртым хаҡын түләй, йәғни аралашсы ролен үтәй. Ысынында, хаҡ бер ҙә айырылмай, тик уны бер кем дә әйтергә ашыҡмай. Сөнки компания ҡағиҙәләренә ярашлы ағзаларға хеҙмәт хаҡы, круизға билет суммаһы, ташламалар хаҡында мәғлүмәт биреү тыйыла. “Сәйәхәтселәр клубы” атамаһы артына йәшеренгән ойошманың эше ағзаларҙы бер командаға туплау принцибына ҡоролған. Кемдер ял итеп ҡайтып та йә командала эшләп ҡарап та үҙенең отолғанын аңлай икән быны башҡаларға һөйләргә ашыҡмай, ояты ни тора… 
Компания 2 йүнәлештә эшләргә тәҡдим итә. Ябай сәйәхәтсе булараҡ, бының өсөн ай һайын 100 доллар, йәғни 6 мең һумдан ашыу аҡса күсереп барырға кәрәк. 12 ай дауамында йыйылған сумманың тик 60 процентын ғына юллама һатып алыуға тотоноп булғанын күптәр һуңынан ғына белеп ҡала.  
2-се йүнәлештә компания артыңдан клиенттар индереп аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ҡәҙимге пирамида юлы менән, йәғни эш хаҡы йәлеп ителгән клиенттарҙың иғәнәһенән бүленә. Студиябыҙ эксперттары: Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Мидхәт улы Ғәбитов, турагент Әлфинур Закир ҡыҙы Ғиззәтуллина.

Яндекс.Метрика