Иҡтисади Башҡортостан - 28.11.19 Дүрт процентты түләргәме, юҡмы?

4 процентты түләргәме, юҡмы?

2020 йылдың 1 ғинуарынан һалымдың яңы төрө Башҡортостанда ла индерелә. Үҙмәшғүлдәр, йәғни тор бешереп, һалма ҡырҡып, тырнаҡ буяп һәм башҡа бихисап тауар һатыу йә хеҙмәт күрһәтеү юлы менән аҡса эшләүселәр һалым түләргә бурыслы.
Үҙмәшғүлдәргә һалым һынау рәүешендә әлегәсә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Калугала һәм Татарстанда индерелгәйне. 1-се ғинуарҙан пилот төбәктәр һаны 23-кә етәсәк, был исемлектә Башҡортостан да бар. Рәсәйҙә әлегә һалымдың яңы төрө мотлаҡ түләнергә тейеш түгел икәнлеген хәтерегеҙгә төшөрәм, шул ук ваҡытта башланғыстың артабан мотлаҡ буласағы көн кеүек асыҡ икәнен дә иҫкәртәм. Юғиһә, был донъя тәжрибәһенән сығып эшләнә. Шул уҡ Европа дәүләттәрендә, Америка, Канадала үҙмәшғүлдәр күптән бындай һалымды түләй. 

Теркәлеү уңайлығы, отчет мәшәҡәттәре еңеллеге буйынса Рәсәй беренсе урында тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки үҙмәшғүллеккә һалым тәжрибәһе булған күп дәүләттәрҙә был бик ҡатмарлы поцедура. Әйтергә кәрәк, уларҙа проценттар ҙа Рәсәйҙәге 4-ҙән 10-ар тапҡырға юғары. Һүҙ әлегә был хаҡта түгел. Яңы һалым үҙенсәлектәре тураһында яңы йылдан яңы хәбәрҙәр күп булыр, аңлатмаларын да ҡабат-ҡабат бәйән итербеҙ. Бөгөн һорауҙы сәйәси күҙлектән, иҡтисади яҡтан, бәлки ниндәйҙер кимәлдә психологик йәһәттән анализлау булыр. 

Анализды студиябыҙ эксперттары менән яһарбыҙ. Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов һәм, яңы төр һалымды түләүгә дәғүә итеүсе фрилансер Фидалия Йылҡыбаева.