К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Иҡтисади Башҡортостан - 29.11.18 Хеҙмәт миграцияһы

Рус мәҡәлендәгесә балыҡ тәрәнде, әҙәм тәғамды эҙләй. Сит илдә солтан булғансы үҙ илеңдә олтан булам, тип ас йәшәп булмай ҙа бит. Шулай, яҡшы эш хаҡы артынан китә лә инде ватандаштарыбыҙҙың күпселеге башҡа төбәктәргә, Себер тарафтарына, Мәскәү, Питер тигәндәренә, сит илдәргә китеп төплөнгәндәре лә бихисап. Миграция бик киң мәғәнәле төшөнсә, хеҙмәт миграцияһы шулар араһында ҙур урын алып тора. Башҡортостанда ауылда йәшәүселәрҙең генә 150 меңгә яҡыны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә китеп эшләргә мәжбүр. Был рәсми һандар буйынса. Ә ғәмәлдәгеһен теүәл иҫәпләп тә булмайҙыр, кәрәге лә юҡ. Былай ҙа яҡшы беләбеҙ, һәр кемебеҙҙең таныштары, туғандары, дуҫтары араһында ана шундайҙар бихисап. Студия ҡунаҡтары — республиканың стратегик тикшеренеүҙәр институты белгесе, социология фәндәре кандидаты Гөлдәр Хилажева һәм институттың матбуғат хеҙмәткәре Ғәзиз Йосопов.

 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика