Иҡтисади Башҡортостан - 30.01.20 Ҡытайҙағы хәлдәрҙең туризмға йоғонтоһо. Турфирма етәксеһе Рәсимә Ниғмәтуллина менән әңгәмә

Өфөнән Ҡытайға самолеттар осмай. Унда ҡалған туристар менән һуңғы рейс бөгөн Башҡортостанға ҡайтты. Донъяны шаулатҡан да, хафаға һалған да короновирус быға сәбәпсе. Бөгөн беҙ быуат афәте атамаһын алып өлгөргән вирус тураһында түгел, ә уның тәү тәьҫирендә ҡалған туризм тураһында һөйләшмәксебеҙ. Был теманың һайланыуы осраҡлы түгел. Сөнки Рәсәйҙән Ҡытайға туристарҙы ебәреү тыйылды. Туристик агентлыҡтар алмашҡа башҡа йүнәлештәрҙе тәҡдим итә. Әммә әлеге миҙгелдә иң популяр һыналған Таиланд, Вьетнамда ла коронавирус менән зарарланыусы осраҡтары асыҡланған. Ҡайһы берәүҙәр был ваҡиғаларҙан һуң бөтөнләй сит илгә осоуҙан баш тартыуҙы хуп күрә. Ҡытайҙағы хәлдәр туризм тармағында нисек сағыла? Ялдарын Хайнань утрауында, йә башҡа курорттарҙа үткәрергә ниәтләгән туристарға бөгөн нимәләр тәҡдим ителә? Тура эфирҙағы әңгәмәлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. «Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуының бөгөнгө эксперты — турфирма етәксеһе Рәсимә Әхәт ҡыҙы Ниғмәтуллина.



Яндекс.Метрика