Күҙ ауырыуҙарын хәҙер Сибайҙа ла дауаларға мөмкин буласаҡ

Урал аръяғы баш ҡалаһына ошо көндәрҙә факоэмульсификатор тип аталған медицина аппараты килтерелде. Хәҙер Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан сирлеләргә катарактаны дауалау өсөн Өфөгә йә Силәбе яҡтарынга йөрөргә кәрәкмәй. Әйткәндәй, катаракта сире оло йәштәгеләр араһында йыш осрай. Яңы ҡорамалдың барлыҡҡа килеүе операцияны инновацион технологиялар аша тиҙ һәм сифатлы эшләү мөмкинлеген бирә.



Яндекс.Метрика