Машинаң газонда ҡалһа...

  • Машинаң газонда ҡалһа... | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда автомобилдәрен газондарҙа ҡалдырған өсөн һалынған штраф күләме 6 миллион һумға еткән. Сумма 10-сы апрелдән 26-сы апрелгә тиклемге арауыҡта йыйылған. Бындай мәғлүмәттәрҙе вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев еткерҙе. Хакимиәт комиссиялары 10 меңдән ашыу закон боҙоу осрағын асыҡлаған, 4 мең ярым административ тәртип боҙоу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был эш артабан да дауам ителәсәк, тине.



Яндекс.Метрика