Мәҙәниәт яңылыҡтары - 21. 12. 18

  • Республиканың театр һөйөүселәрен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙендә йыйҙы. Тамашасылар викторинала ҡатнашып, «Урал батыр» эпосын төрлө телдә һөйләүсе балаларҙың сығышын тыңланы һәм күптән көтөлгән премьераны ҡараны.
  • Билдәле музыкант, “Дәрүиш-Хан” төркөмө солисы Дим Ҡоләхмәтовтың иҫтәлегенә арналған “Урал Батыр” фестивале башҡорт рокын яратыусыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Концерт ике сәғәттән ашыу барҙы.
  • Өфөлә III «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы ойошторолдо. Бәйге ҡыллы номинациялар — думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ өсөн генә уҙғарылды.
Яндекс.Метрика