Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Мәҙәниәт яңылыҡтары - 25.01.19

       Бөгөнгө сығарылышта:

  • Был аҙнала  «Рәсәй.Мәҙәниәт» каналы «Рәсәй – минең мөхәббәтем!» тип аталған проектында Башҡортостан тураһында тапшырыуҙар теҙмәһен күрһәтә башланы. Уны алып барыусы — француз журналисы, сәйәхәтсе  Пьер Кристиан Броше. 
  • Боронғо Өфө археологик паркын булдырыу концепцияһы ҡабул ителде. Радий Хәбиров хөкүмәттең ошо туралағы  ҡарарына ҡул  ҡуйҙы.  
  • “Мин илһөйәр” йәмәғәт ойошмаһы үткәргән “Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм” 3-сө республика конкурсының еңеүселәре кемдәр?
  • Башҡортостан тарихы, башҡорттарҙың көнитмеше — боронғо фотоларҙа. Күренекле фотограф Прокудин-Горский 1910 йылда төшөргән төҫлө фотоларҙың күсермәләре Милли музейҙа.
  • Ейәнсура районы кейеҙселәре  халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлөн тергеҙә.
  • Был аҙнала төбәк башлығы грантына “Ер һүҙе” тип аталған беренсе халыҡ ара кинофорум старт алды. 
  • Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә Өфөлә СИОФФ  президенты  Филипп Боссан  төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашып һөйләште.
  • Алмата ҡалаһының бер урамына Мостай Кәрим исеме бирелде.
Яндекс.Метрика