Мәҙәниәт яңылыҡтары - 28. 12. 18

        Үткән ете көндөң мәҙәниәт яңылыҡтары башлыса Яңы йыл байрамдарына бәйле:

  • Ейәнсура районы Яңыбай ауылында йәшәүсе Фуат Ҡужахмәтовтың даны Башҡортостан, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә таралған. Ул эшләгән ҡумыҙҙар менән билдәле артистар ҙа уйнай.
  • Учалыла Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәш рәссамдары Рудольф Нуриев ижадына бағышлап төрлө техникала башҡарылған эштәре менән «Гәлсәр шишмәләр» бәйгеһендә ҡатнашты.
  • Советтар Союзы геройҙары Таһир Күсимов һәм Петр Рогалевҡа барельефтар асылды.
  • Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады үтте.
  • Республиканан 114 бала Кремль шыршыһында булып ҡайтты.
  • Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра.
  • Баймаҡ районы  Түбә ҡасабаһында урынлашҡан ололар йортонда йәшәүсе олатай, инәйҙәр рәхәтләнеп шыршы тирәләй бейегән һәм байрам күстәнәсенән ауыҙ иткән.
  • «Бүре һәм ете кәзә бәрәсе» әкиәтен Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле янындағы балалар студияһы бейеп күрһәтте.
Яндекс.Метрика