Радий Хәбиров Сибайҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы өлкәһендәге мәсьәләне хәл итергә ҡушты

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ҡалаға икенсе урындарҙан эшкә ваҡытлыса ебәрелгән төркөмдө был аҙнала кире ҡайтарырға кәрәк. Сибай белгестәре билдәләнгән график буйынса халыҡты ҡабул итергә тейеш. Ошо арауыҡ эсендә ҡалала һаулыҡ һаҡлау системаһындағы төп мәсьәләләр тулыһынса аныҡланған. Бынан тыш, ҡалала атмосфераны мониторинглауҙа йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашырға, ә тикшереүҙәр тулыһынса асыҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй республика етәксеһе.



Яндекс.Метрика