Сибай «Башҡортостан ихаталары» төбәк проектына ҡушыла

Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн ҡаланың күп ихаталарында автомобиль ҡуйыу урындары, балалар майҙансығы төҙөү, тротуарҙарҙы яңыртыу кәрәк. Әле Чайковский һәм Белов урамдарында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе халыҡ программала ҡатнашыуға ғариза биргән. Дөйөм йыйылыш һәм ҡултамға йыйыу барышында күптәр биләмәне яңыртыуҙы хуплап сығыш яһаған. Эштәрҙе 15 майҙа башлау ҡарала. Ремонт 1 сентябргә тулыһынса тамамланырға тейеш. 6 ихатаны төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 36 миллион һум аҡса бүленәсәк.



Яндекс.Метрика