Сибай хакимиәте башлығы подъездарҙы ремонтлау республика программаһы сиктәрендә ҡалалағы подъездарҙы тикшереп сыҡҡан

Сибай хакимиәте башлығы подъездарҙы ремонтлау республика программаһы сиктәрендә ҡалалағы подъездарҙы тикшереп сыҡҡан. Рөстәм Афзалов 80 йортта булған, унда йәшәүселәр менән осрашып, 25 йыйын уҙғарған. Ошо турала Сибай хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә. Фатир хужаларының барыһы ла программала ҡатнашырға теләк белдергән. Мөрәжәғәт итеүселәр йәшәгән подъездар насар хәлдә. Уларға кисекмәҫтән ремонт эшләргә кәрәк. Сибай хакимиәте етәкселәре ошо йорттарҙа йәшәүселәр менән аралашып, атҡарыласаҡ эш төрҙәрен һәм  күләмен билдәләгән.  



Яндекс.Метрика