Сибай институты иң яҡшылар иҫәбендә

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы илдәге юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте. Мониторинг күрһәтеүенсә, БДУ-ның Сибай институты — Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡтарының береһе. Тикшереү 1 мең 314 юғары уҡыу йорто, 10 федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында уҙғарылған.



Яндекс.Метрика