Сибай ҡалаһында баланың көкөрт диоксиды менән ағыуланыуы раҫланманы

Сибай ҡалаһында баланың көкөрт диоксиды менән ағыуланыуы раҫланманы. Башҡортостан прокуратураһы был мәғлүмәт буйынса тикшереү уҙғарҙы. Асыҡланыуынса, февраль айында 10 йәшлек бала әсәһе менән Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Малай йүткереүгә, хәл булмауға һәм танауы тоноуға зарлана. Табиптар тикшереү үткәреп, үҫмерҙе дауаланырға ебәрә. Тикшереүҙән күренеүенсә, бала көкөрт диоксидынан йә башҡа матдәләрҙән ағыуланмаған. Прокуратура иһә, Һаулыҡ һаҡлау тармағын күҙәтеү хеҙмәтенән тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгәнме икәнен тикшереүҙе талап итә.



Яндекс.Метрика