Сибай ҡалаһында эшләйәсәк табиптар муниципаль иҫәпкә уҡытыла

Кадрҙар әҙерләү республика программаларынан тыш алып барыла. Өҫтәмә ярҙам үҙ һөҙөмтәһен бирә башлаған да инде. Әйткәндәй, Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ проблемаһын хәл итеү республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса эшләнә. Радий Хәбиров төбәктә «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыусыларҙы арттырыу өсөн дә өҫтәмә 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы ун мең студенттың 7 мең самаһы ауылдарҙан килеп уҡыусылар. Әле уларҙың 300-ләбе эшен ауыл ерелегендә дауам итергә ниәтләй.



Яндекс.Метрика