Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһына белгестәр йәлеп итеү өсөн аныҡ маҡсаттар билдәләнде

  • Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһына белгестәр йәлеп итеү өсөн аныҡ маҡсаттар билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Әлегә белгестәр етешмәү — күп кенә ҡатын-ҡыҙ табиптарҙың декрет ялында булыуына, оло йәштәгеләрҙең хаҡлы ялға китеүгә бәйле, ти поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Һөйөндөкова. Әлеге мәлдә ҡала хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау тармағы етәкселеге Сибайға йәш белгестәр йәлеп итеү өҫтөндә етди эшләй. Табиптар ҡайта ҡалһа, торлаҡ шарттарын да яҡшыртыу буйынса төрлө программалар ҙа ҡарала. Эш хаҡын тейешле кимәлгә еткереү ҙә күҙ уңында. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы ун мең студенттың ете меңе сығышы менән республиканың төрлө райондарынан. Уларҙы тыуған яҡтарына эшкә ҡайтарыу буйынса етди эш алып барыла, тине университет ректоры. Әле йәш белгестерҙәң өс йөҙө райондарға эшкә барырға теләк белдергән дә инде.

 



Яндекс.Метрика