Сибай карьерының быҫҡып ятҡан урындары һыу аҫтында ҡалды

Был турала бөгөн Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Шул уҡ ваҡытта әле был урын „ҡыҙыу мейес„те хәтерләтә, шуға ла карьерҙан пар сығыуы ихтимал. Учалы тау байыҡтырыу комбинаты инженерҙары әйтеүенсә, карьерҙағы утлы процесстың туҡталыуы 24 көнгә тиклем һуҙылыуы ихтимал, тиелә яҙмала. Атмосфераға сыҡҡан зарарлы газ күләме һуңғы көндәрҙә кәмегән, тиҙҙән ул тулыһынса бөтөргә тейеш. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, проблеманың тулыһынса хәл ителеүен ҡала халҡы күргәс кенә карьерҙағы һыу кире сығарыласаҡ. Республика етәксеһе социаль селтәрҙә шулай уҡ Сибай халҡына түҙемлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.



Яндекс.Метрика