Сибайҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Ижади конкурс республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды. Ярышта 3 йәш категорияһына бүленеп ҡатнаштылар. Йәмғеһе 44 конкурсант үҙ көсөн һынап ҡараны. Жюри комиссияһының берҙәм ҡарары менән 8-се мәктәптең 1 класс уҡыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәрова Гран-приға лайыҡ тип табылды. 7 класс уҡыусыһы Илназ Исхаков менән 9-сы лицейҙан Тимур Байрамғолов 1 урындар яуланы.



Яндекс.Метрика