Сибайҙағы экологик хәл тулы контролдә тотола

  • Сибайҙағы экологик хәл тулы контролдә тотола | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Кисә Башҡортостан етәксеһе һәм „Урал-тау„ металлургия компанияһының генераль директоры Александр Козицын Сибай халҡы менән осрашты. Ике яҡлы һөйләшеү барышында Радий Хәбиров ҡалалағы экологик хәл буйынса дөрөҫ мәғлүмәт еткерелеп барыласаҡ, тип вәғәҙәләне. Әле Сибай карьерына һыу тултырыу дауам итә. Уның тәрәнлеге 40 метрғаса еткән. Был эште март аҙаҡтарына тамамларға тейештәр.



Яндекс.Метрика