Сибайҙан балаларҙың тағы ла бер төркөмө Ҡырымдан сәләмәтлеген нығытып ҡайтты

Уларҙы ҡаланың үҙәк майҙанында тантаналы ҡаршы алдылар. Балалар ял итеп кенә ҡалмаған, Евпаторияла Ялта, Севастополь ҡалалары менән танышҡан, Артек лагерына экскурсияға барған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙан 500 баланың Ҡырымда ялын ойоштороу тураһында Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов менән һөйләшеп килешкәйне.



Яндекс.Метрика