“Сибайҙың интерактив картаһы” тип аталған онлайн-сервис эшләнде

Уның ярҙамында һәр кем үҙен борсоған һорауҙарҙы бирә һәм яуаптар талап итә ала. Бының өсөн компьютерҙа, смартфонда махсус ҡушымтаны теркәргә кәрәк. Борсоған проблема хаҡында ҡыҫҡаса яҙып, фотоһын ҡуйып ебәрһәң, ул махсус картала сағыла һәм ҡала хакимиәтенең Интернет-ҡабул итеү сайтында күренә. Артабан мәсьәлә хәл итеү өсөн тейешле хеҙмәттәргә ебәрелә. “Сибайҙың интерактив карта”һына килгән һорауҙар айырым төркөмдәргә һалына. Мәҫәлән, “Юл һәм транспорт”, “Йорт һәм ихата”, “Социаль өлкә”, “Хәүефһеҙлек”, “Төрлөләр” кеүектәр булдырылған. Яңы интерактив алым ҡала етәкселеге менән халыҡ араһында бәйләнеште тағы ла нығытып, Сибайҙың үҫешенә булышлыҡ итер тип көтөлә.



Яндекс.Метрика