Талпандарҙан һаҡ булығыҙ!

Былтыр республикала 11 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, медицина тикшереүенән һуң уларҙың 17-һенең талпан энцефалитын, ә 21 кешенең боррелиоз йоҡтороуы асыҡланған. «Роспотребнадзор»ҙың республика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был һандар һуңғы йылдарҙа үҙгәрмәй. Күрһәткестәр 2016 һәм 2017 йылдарҙыҡы менән сағыштырғанда бер төрлө килә. Ведомствоның эпидемиологик күҙәтеү белгесе Гөлфиә Сәләхетдинова әйтеүенсә, энцефалит йоҡтормаҫ өсөн бөгөн мотлаҡ вакцинация эшләтергә кәрәк.



Яндекс.Метрика