Урал аръяғында ,,Зарница,, хәрби-патриотик спорт уйыны үтте

Урал аръяғында медицина тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында „Зарница„ хәрби-патриотик спорт уйыны үтте. Сараның географияһы йылдан йыл киңәйә бара. Быйыл хәрби-патриотик ярышта ҡатнашыу өсөн Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре командалары килде. Бәйге сиктәрендә бауҙан эшләнгән коридор аша үтеү, йүгереү, граната ташлау, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек беренселектәрҙә иң маһирҙар билдәләнде. „Тау батшаһы„ уйыны ла иң мауыҡтырғысы булды. Һөҙөмтәлә Йылайырҙар дүртенсе, Әбйәлил районы командаһы – өсөнсө, Баймаҡтар – икенсе, Сибай ҡалаһы командаһы – беренсе урын яуланы. 2008-се йылдан алып үткәрелгән был сара хәҙер күркәм йолаға әйләнгән.



Яндекс.Метрика