Культура

Смотреть видео Республиканың иң һәләтле балалары | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың иң һәләтле балалары

Республиканың иң һәләтле балалары. Диктор Һәләтле балаларҙың «Ал сәскә” беренсе республика  телевизион конкурсының икенсе туры тамамланды. Ике меңгә яҡын бала был конкурста ҡатнашырға теләген белдергән. Конкурстың ойоштороу комитеты әле икенсе турға әҙерләнә. “Башмачок” бейеү...

24 мая 2017
Смотреть видео Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында «Бремен музыканттары» спектакле премьераһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында «Бремен музыканттары» спектакле премьераһы үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында ике көн буйы балалар мюзиклы студияһының  Бремен музыканттары спектакле премьераһы үтте. Зал тулы халыҡ алдында сығыш яһау йәш артистар өсөн ҙур һынау булды. Хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова ла мюзиклға тамаша ҡылды. Сәхнәгә сығыр алдынан тауышты...

23 мая 2017
Смотреть видео Бөгөндән Өфө донъяның балет сәнғәте үҙәгенә әйләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән Өфө донъяның балет сәнғәте үҙәгенә әйләнә

Бөгөндән Өфө донъяның балет сәнғәте үҙәгенә әйләнә. Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге 21- се халыҡ-ара фестиваль асыла. Премьералар, киң билдәле спектаклдәр – быларҙың барыһы ла мәҙәни форумдың сағыу биҙәктәренә әйләнер, тип көтөлә. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән яҙмала...

23 мая 2017
Смотреть видео “Большой” фильмы | ГТРК «Башкортостан»

“Большой” фильмы

Кинорежиссерҙарҙың Рәсәй 1 каналы менән берлектә төшөргән йәнә бер фильмы ил кинотеатрҙары экрандарына сыҡты. Был юлы Валерий Тодоровский тамашасыларҙы балет сәнғәте, бейеүселәрҙең тормошо, уй-кисерештәре менән таныштыра. “Большой” фильмының премьераһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты.Валерий...

12 мая 2017
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылған «Театр яҙы» IX республика фестивален асыу тантанаһы үтте.Алты көн дауамында Өфөнөң төрлө сәхнә майҙансыҡтарында милли драматургия әҫәрҙәре буйынса 15 спектакль күрһәтеләсәк....

21 апреля 2017
Смотреть видео Музейҙарҙа – ил тарихы | ГТРК «Башкортостан»

Музейҙарҙа – ил тарихы

Благовар районы Һарайлы ауылы мәктәбе музейы  ,,Иң ҡшы мәктәп музейы,, исеме менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала. Бында ауыл халҡы тырышлығы менән тупланған 500 – ҙән ашыу экспонат. Етенсе класс уҡыусыһы Илнур Усмановтың иң  яратҡан урындарының береһе-мәктәп музейы. Тәнәфес ваҡытында ла,...

13 апреля 2017
«Бабич» фильмының исем туйы | ГТРК «Башкортостан»

«Бабич» фильмының исем туйы

Режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» фильмының исем туйы 19-сы апрелгә тәғәйенләнгән һәм Родина кинотеатрында күрһәтеләсәк. Картинала төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илгиз Таһиров башҡара. Проекттың ижади етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева әйтеүенсә...

11 апреля 2017
 «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестиваленә килгән эштәрҙе ҡарау тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

«Илһам шишмәләре» шиғриәт фестиваленә килгән эштәрҙе ҡарау тамамланды

 «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестиваленә килгән эштәрҙе ҡарау тамамланды. Гала-тамаша 14 апрелдә Бәләбәй районында уҙғарыла. Шул уҡ көндә Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан Яҙыусылар союзы делегацияһының һәм еңеүсе шағирҙарҙың райондың хеҙмәт коллективтары һәм уҡыусылар менән осрашасаҡ....

3 апреля 2017
Смотреть видео Өфөлә халыҡ сәнғәте күргәҙмәһенең икенсе көнө | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә халыҡ сәнғәте күргәҙмәһенең икенсе көнө

 Өфөлә халыҡ сәнғәте күргәҙмәһенең икенсе көнө.  Боронғо кәсептәрҙең үҙенсәлектәре, ҡул эштәре менән яҡындан танышырға теләүселәр күргәҙмәгә килә ала. 2014 йылда үткәрелгән тәүге фестивалдә 14 район ғына ҡатнашһа, был юлы 45 район вәкиле бер майҙанға йыйылды.

30 марта 2017
Смотреть видео Бөрйән районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйән районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар

Бөрйән районында халыҡ кәсептәрен онотмайҙар. Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Ишкининдар ғаиләһе буш ваҡыттарында тырыз эшләп һата. Ғаилә башлығына тормош иптәше һәм балалары ла ярҙам итә. Был шөғөл ярайһы килем килтерә. Роберт Ишкинин туҙ тураһында күп уҡыған һәм тырыз эшләү тәжрибәһен...

30 марта 2017
Смотреть видео Хәйбулла районында ҡурайсыларҙың Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурсы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районында ҡурайсыларҙың Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурсы үтте

Хәйбулла районында  ҡурайсыларҙың Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурсы үтте. Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы Ишғәле Шәмсетдин улы уйнай. Улар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай ҙа инде. Өлкән ағаһы Ишмулла ла күренекле виртуоз ҡурайсы...

22 марта 2017
Смотреть видео Урал Рәшитов 55 йәшлек юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Урал Рәшитов 55 йәшлек юбилейын билдәләне

Урал Рәшитов 55 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан ул тамашасылары менән осрашып күңел йылыһын-йырҙарын бүләк итте. Алты йәшенән музыкаға бар күңеле менән ғашиҡ булған Урал Рәшитовтың ижадын күптәр үҙ итә.  “Әлдермеш”, “Ҡыҙыл раузалар”, “Тыуған яҡ”, “Яңғыҙ миләш” йырҙары  йылдар...

9 марта 2017
Смотреть видео Һүрәттәрҙә гүзәл заттар | ГТРК «Башкортостан»

Һүрәттәрҙә гүзәл заттар

Һүрәттәрҙә гүзәл заттар.   Өфөлә “Яңырыу дәүере һәм барокко осоронда ҡатын-ҡыҙ образы" картиналар күргәҙмәһе асылды. Был күргәҙмә 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған.   Күргәҙмәлә барлығы 20 ҡытан-ҡыҙ портреты. Улар яңы лазер технологиялары ярҙамында эшләнгән....

7 марта 2017
Бөгөн «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивален ябыу тантанаһы уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивален ябыу тантанаһы уҙа

Бөгөн «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивален ябыу тантанаһы уҙа. Фестивалде ябыу һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтәсәк.Жюри составында билдәле журналистар Шамил Вәлеев, Ләйлә Аралбаева, Елена Шарова, Надежда Вәлитова, Ирина Ғәйнәтуллина...

6 марта 2017
Смотреть видео Өфөлә “Урал батыр” фольклор байрамы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Урал батыр” фольклор байрамы үтте

Өфөлә “Урал батыр” фольклор байрамы үтте. Сара “Туған телдәр аҙналығы” сиктәрендә ойошторолдо. Байрамда  “Урал батыр” эпосынан сәхнәләштерелгән өҙөктәр күрһәтелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның төп маҡсаттарының береһе – эпосты мәңгелләштереү һәм йәш быуынға еткереү. Әйткәндәй, Өфөлә...

27 февраля 2017
Ярты быуаттан һуң бөгөн “Нәркәс” йәнә сәхнәгә ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Ярты быуаттан һуң бөгөн “Нәркәс” йәнә сәхнәгә ҡайта

Ярты быуаттан һуң бөгөн “Нәркәс” йәнә сәхнәгә ҡайта. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында легендар спектаклдең премьераһы уҙа. Режиссер-ҡуйыусы, сығышы менән Өфөнән, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәүсе Илдар Ғиләжев. 1967 йылда Нәркәс спектакле тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан...

17 февраля 2017
Смотреть видео Башҡорт сәхнәһендә “Нәркәс” трагедияһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт сәхнәһендә “Нәркәс” трагедияһы

Мәжит  Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера. Республиканың төп ижади коллективы Илшат Йомағоловтың “Нәркәс” трагедияһын сәхнәләштерә. Милли трагедия һәм милли рух.  Артист  Илшат  Йомағолов авторлығындағы был спектаклгә уҙған быуатта уҡ ошондай баһа...

14 февраля 2017
Смотреть видео Өфөлә Рәми Ғариповтың 85 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Рәми Ғариповтың 85 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр

Иҫтәлекле саралар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә 10 февралдә башланып китә. Унда килеүселәр шағирҙың 1958 йылда сыҡҡан «Таш сәскә» лирик йыйынтығы һәм көндәлектәре менән таныша ала. Республиканың Милли әҙәбиәт музейында шағирҙың...

8 февраля 2017
Смотреть видео Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте

Фәнни хеҙмәттәр конкурсына тәҡдим ителгән эштәр араһынан иң мөһим, киләсәктә фәнни-етештереү өлкәһен үҫтереүҙә иң һөҙөмтәле тип танылған ике тиҫтәгә яҡын эш һайлап алынған. Республикала алдынғы технологияларға нефть сығарыу һәм эшкәртеү, машиналар эшләү, металдар һығылмалығын тикшереү, биология һәм...

8 февраля 2017
Смотреть видео Ил кинематографына нигеҙ һалыусыларҙың береһе-Яков Протазановтың тыуыуына 137 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Ил кинематографына нигеҙ һалыусыларҙың береһе-Яков Протазановтың тыуыуына 137 йыл

1940 йылда режиссерҙың  «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр. “Салауат Юлаев”  профессиональ башҡорт  киноһындағы тәүге нәфис фильм. Ул, башлыса, Ишембай районында төшөрөлгән....

6 февраля 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика