Борай районында ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре тамамланыуға табан бара

Тулыраҡ: Борай районында ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре тамамланыуға табан бара

Шабай ауылында көслө дауылдан зыян күргән бер-нисә йорт һәм социаль объект төҙөкләндерелә. Өҙөлгән электр линиялары сафҡа индерелгән дә инде. Елемшиндарҙың бөртөкләп йыйған донъяһын ғәрәсәт бер-нисә минут эсендә селпәрәмә килтерә. Көслө дауыл йорт, мунса һәм һарайҙарының ҡыйыҡтарын тулыһынса аҡтарып ташлай. Хатта өйҙөң кирбестәрен тирә-яҡҡа таратҡан. Был мәлдә баҡсала йөрөгән хужабикә һәм уның 11 йәшлек ҡыҙы мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Әммә халыҡ төшөнкөлөккә бирелмәй, иртә менән емереклектәрҙе тергеҙергә тотонған.Ҡойон осороп алып киткән ҡыйыҡтар ҡайтанан ябыла. Төҙөлөш материалдары урындағы ойошмаларҙан йыйып килтерелгән. Эшсе ҡулдар ҙа етәрлек — райондың коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәре, зыян күреүселәрҙең яҡындары ярҙамға килгән. Күрше Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы һәм Тәтешле райондарынан килгән тиҫтәгә яҡын бригада өҙөлгән электр сымдарын төҙәтеп, төндө утһыҙ үткәргән ауылды икенсе көнгә үк электр энергияһы менән тәьмин итте. Был бинаның беренсе ҡатында балалар йорто, икенсеһендә мәктәп урынлашҡан. Бәхеткә күрә, ғәрәсәт мәлендә бында берәү ҙә булмай сыға. Балаларҙы 3 июндән йәйге лагерҙарға ебәргәндәр. Ә инде улар ҡайтҡансы, дауылда зыян күргән бинаның ҡыйығы тулыһынса төҙөкләндереләсәк. Районда әле юғары әҙерлек режимы индерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штаб төҙөлгән.Фажиғә урынына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та килде. Ул тәү сиратта социаль объекттарҙы ҡараны. Ысынлап та, район хакимиәте емерелгән йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелергә йыйына. Махсус комиссия тәбиғәт ғәрәсәте килтергән зыян күләмен иҫәпләй. Мохтаждарға властар ярҙамға килергә вәғәҙәләй.

Подпишитесь на наш Telegram-канал