Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсының беренсе этап еңеүсеһен смс тауыш биреү буйынса билдәләү дауам итә

Тулыраҡ: Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсының беренсе этап еңеүсеһен смс тауыш биреү буйынса билдәләү дауам итә

Кем еңер? Ошо йома өс ауыл араһынан иң яҡшыһы һайлап алынасаҡ һәм был ауыл конкурста артабан ҡатнашыу хоҡуғын ала. Үҙегеҙгә оҡшаған ауыл өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ. Тәүге ҡатнашыусы – Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылы. Йәмле Дим буйында урынлашҡан иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе 500 йыллыҡ тарихҡа эйә. Хозур тәбиғәте, арҙаҡлы шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре, һәләтле кешеләре, оҫта ҡуллы эшсәндәре менән дан тотҡан Иҫке Яппар өсөн 1 һаны яҙылған СМС хәбәрҙе 8-967-73-16-111 телефонына ебәрегеҙ. Акцияла икенсе булып ҡатнашҡан Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы еңеүгә лайыҡ тип тапһағыҙ, 2 һанын яҙып, 8-967-73-16-222 телефонына смс хәбәр юллай алаһығыҙ. Көсөк-Маяҡ үҙенең батырҙары менән дан тота. Ағинәйҙәре иһә халыҡты дәртләндереп, бар сараларға ла әйҙәп йөрөүселәр. Ә инде Шаран районынан Яңы Йомаш ауылы халҡы өсөн 3 һаны менән 8-967-73-16-333 номерына смс ебәрә алаһығыҙ. Сыуаштар үҙҙәренең татыулығы, берҙәмлеге, уңғанлығы менән маҡтана ала, бында хатта балдың яңы брендын булдырырға ниәтләйҙәр. Һеҙҙең тауыштар ярҙамында ошо өс ауыл араһынан иң яҡшыһы һайлап алынасаҡ һәм ул артабан конкурста ҡатнашыу хоҡуғы ала. Үҙегеҙгә оҡшаған ауылға тауыш бирергә онотмағыҙ. смс хаҡы телефон операторығыҙҙың тарифына ярашлы алына.

Подпишитесь на наш Telegram-канал