БДМУ клиникаһында ашҡаҙан-эсәк юлындағы яман шеш ауырыуҙарын дауалау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы.
Уны Ҡытайҙағы Сычуань университеты профессоры Пен Бин үткәрҙе. Әнәс Вәлиуллинға... йәш. Бер-нисә йыл элек уға яман шеш ауырыуы менән көрәшергә тура килә. Ҡайһы берәүҙәр кеүек ул үлемесле диагнозын тәҡдир тип ҡабул итмәй, уға ҡаршы һуғыш иғлан итә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә 3 миллионға яҡын кешегә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Йыл һайын унан 300 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә. Белгестәр онкология ауырыуҙарының яҡынса 80 процентын дауаларға мөмкин, тип иҫәпләй. Заманса ҡорамалдар ярҙамында яман шеште тулыһынса дауаларға мөмкин, ти белгестәр. БДМУ клиникаһында ашҡаҙан-эсәк юлындағы яман шеш ауырыуҙарын лапароскопия ысулы ярҙамында дауалау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Ошондай ысул менән операция бар донъяла әлегә 2000 кешегә генә яһалған. Беҙҙә иһә ул 2001-се тапҡыр эшләнә. Был үҙенсәлекле алым ярҙамындағы операция Сычуань университеты профессоры Пен Бин етәкселегендә башҡарыла. 58 йәшлек ҡатын төбәктә беренселәрҙән булып ошондай юл менән ашҡаҙан аҫты биҙендәге яман шештән арынды. Табиптар әйтеүенсә, был хирургиялағы иң ауыр операцияларҙың береһе. Бындай операция әлегә донъяның тик алдынғы клиникаларында ғына яһала. Ул тәжрибә уртаҡлашыуға мөмкинлектәр генә асмай, яман шеш менән ауырыусыларға йәшәү өсөн көс тә бирә, ти табиптар. Белгестәр бындай опреацияны 21-се быуат хирургияһы, ти. Операция бер-нисә тишек аша яһала һәм 5-6 сәғәт дауам итә. Табиптар белдереүенсә, пациент ике-өс айҙан ғәҙәти хәленә ҡайта. БДМУ бер йылға яҡын Ҡытай юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Студенттар һәм уҡытыусылар бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша. Кардиология, хирургия буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Оҫталыҡ дәресенең онлайн-трансляцияһын БДМУ-ның юғары курс студенттары, ординаторҙары, табип-хирургтары һәм республиканың онкология белгестәре күҙәтте.