Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә

Тулыраҡ: Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә

Свердлов урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә бер туған сауҙагәрҙәр Федор һәм Григорий Соловьевтар йәшәгән. Ҡомартҡыны яңыртыу 2 йыл элек башланғайны. Бер туған сауҙагәрҙәрҙең йорто 19 быуат аҙағында төҙөлгән. 1 ҡатлы йортта кесе Соловьев йәшәгән. 2 ҡатлы йортта иһә олкән ағаһы – Григорий Соловьев. Сауҙәгәр 1-се ҡатында һатыу тауарҙарын һаҡлаһа, 2-се ҡатында ғаиләһе менән торған.

Йорт ҡатнаш материалдарҙан төҙөлгән, 1-се ҡаты кирбестән, 2-се ҡаты — ағастан. Реставраторҙар йорттоң һәр өлөшөн элекке хәленә яраҡлаштырып яңырта. Тарихи ҡомартҡының тышҡы ҡиәфәте әүәлгесә ҡала.Иң мәшәҡәтлеһе — йорттоң эске өлөштәрен тергеҙеү. Совет заманында ике бина ла бүлмәләргә бүленә, архитектура ҡиммәте бер кемде лә борсомай. Мезанин йәғни ҡыйыҡ аҫтындағы бүлмә. Заманында ул бик популяр булған. Бүлмә ҙур түгел, бейеклеге уның бары 2 м. Был бүлмәнән ағас баҫҡыстан төшөргә мөмкин.

Ә бына торлаҡ йорттоң бейеклеге иһә 4 метрға яҡын. Иркен бүлмәләрҙе нисек йылытҡандар быныһы ғәжәп, ти төҙөкләндереүселәр.Тарихи йорттарҙы тергеҙеү йәһәтенән инвесторҙар йәлеп ителә. Ҡомартҡыларҙы яңыртыуҙа ҡатнашҡан эшҡыуарҙарға иһә төрлө ташламалар яһала.Ике йортт ла эске биҙәү эштәре генә ҡалған. Ике ай эсендә улар файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.