Башҡортостан Венецияһы

Тулыраҡ: Башҡортостан Венецияһы

Республика район-ҡалаларында яҙғы ташҡынға етди әҙерлек бара. Оло һыуҙы Башҡортостан Венецияһында ла көтәләр. Ошондай атама алған ауыл Дүртөйлө районында урынлашҡан. Италиялағы ҡала кеүек уны ла тиҙҙән һыу уратып аласаҡ, тик ваҡытлыса ғына. Башҡортостан Венецияһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Үтеп барыусылар йыш ҡына был урында туҡтап фото төшә ти Илмир Мифтахов. Үҙенсәлекле атаманың килеп сығыуы әлбиттә осраҡлы түгел. Венеция исемен 2001 йылда ла дәлилләй ауыл. Ул ваҡытта боҙ тығылып Ағиҙел ярҙарынан сыға, һәм бер нисә көнгә йорттар һыу эсендә ҡала. Шулай ҙа иң ҡурҡыныс ташҡын бында 1947 йылда булды тип хәтерләй ололар. Венеция ауылы халҡы 20 йылға яҡын инде ҙур ташҡынды күргәне юҡ, шулай ҙа көндәр йылыта башлау менән Айрат Мифтахов кәмәһен әҙерләп ҡуя. Быйыл ҡар күп булыу сәбәпле ташҡын була ҡалһа тип ауыл халҡы мал-тыуарын күсерер өсөн ҡалҡыуҙараҡ, урман янында урын да хәстәрләгән. Ә ауылда йәшәгән 104 кеше өсөн урындағы профилакторийҙа урындар әҙерләнә. Шулай ҙа синоптиктар быйыл һыу кимәле уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10-15 процентҡа түбән буласаҡ тип фаразлай. Тимәк быйыл да Башҡортостан Венецияһының исеме есеменә тап килмәҫ тигән ышаныс бар.