Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбенә Япониянан Хаято Охта исемле малай уҡырға килгән. Мәктәптең уҡыусылар менән алмашыныу халыҡ-ара проектына инеүенә быйыл 4 йыл. Хаято уның бишенсе ҡатнашыусыһы. Ул 10 класс уҡыусыһы. Рәсәйгә килеү тураһында күптән хыялланған үҫмерҙең төп маҡсаты — ракеталар эшләү буйынса инженер булыу. Өфө авиация-техник университетында уҡыуҙы 17 йәшлек үҫмер ракеталар төҙөүсе инженер булыу хыялын тормошҡа ашырыуҙың тәүге баҫҡысы, тип һанай һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына сәйәхәтен уҡыу йорто ректоры менән осрашыуҙан башлауын белгәс бик ныҡ тулҡынланды.Япон егетен авиация техникаһы төрҙәренән бигерәк уның эстәлеге ҡыҙыҡһындыра: ниндәй двигатель ҡуйылған, ниндәй материалдар ҡулланылған. Вуз музейында урынлашҡан музей экспонаттарын да шуға күрә ул ихлас өйрәнде.Өфө авиация-техник университетында тағы ла бер ҡыҙыҡлы экспонат һаҡлана — ул студенттар ҡорған спутник.Спутник ҡоролған ерҙә уларҙы күҙәтеү кабинеты ла бар. Сит кешеләр алдында асылып бармай үҫмер, ә университет студенттары менән танышып ҡалырға тырышты. Хаятоны уларҙың нимә өйрәнеүе ҡыҙыҡһындырҙы.Хаято һәр күргәнен тәьҫирләнеп фотоға төшөрә. Ә бына сәйәхәтенең иң тәрән тәьҫораттар ҡалдырған өлөшө — кумирының бюстын күреү булғандыр.Юрий Гагарин тураһында Хаято Охта бик күптән белә. Гагарин һөйләшкән телде яҡшылап өйрәнергә теләй егет һәм киләсәктә үҙен тыуған илендә түгел, ә Рәсәй инженеры итеп күрә. Японияла уҡыуын тамамлап Өфөгә юлланыу — бар уйы. Әлегә Хаято Охта тиҫтерҙәре менән таныша, рус телен һәм йырҙарын өйрәнә.
Хаято Өфөгә килде
Тулыраҡ: Хаято Өфөгә килде