Ике ай элек Өфөлә Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ике туғандаш республиканың мәҙәниәт министрлыҡтары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек ептәре булдырырыға килешкәйне. Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт сәнғәт институты тәүге ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Яр Саллы дәүләт педагогия университетының дизайн һәм сәнғәт кафедраһы студенттары башҡорт рәссамдарының тәжрибәһен өйрәнергә килде. Улар башҡалабыҙ музейҙарын ҡараны, танылған рәссамдар менән осрашты, көндәр матурланғас педагогтар менән пленэрға сыҡты.
Йәш татар рассамдары Башҡортостанда
Тулыраҡ: Йәш татар рассамдары Башҡортостанда