Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек

Тулыраҡ: Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек

Башҡортостан-24 телеканалы башланғысы менән ойошторолған Алтын бишек конкурсында ҡатнашыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн беҙ Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы менән таныштырабыҙ. Ирәндек итәгендә һәм йәмле Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан Алтын бишек хаҡында беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортажды ҡарағыҙ. Әбделмәмбәткә Бөрйән яҡтарынан күсенеп килгән кешеләр нигеҙ һалған тип һөйләй ауыл аҡһаҡалдары. Киреһенсә, булыуы ла мөмкин тиҙәр. Бөрйәндәге ике Һарттың береһе Әбделмәмбәт исемен йөрөтә, икенселәй Ҡыпсаҡ тип тә атайҙар. Башта бында ике ара кешеләре төпләнгән. Ауыл үҙе лә икегә бүленгән: бер яғында “аймаҡтар”, икенсе яғында “әлештәр” йәшәгән. Ауыл Күк Ирәндек итәгендә, йәмле Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан. Бында йәшәгән халыҡ Ҡыпсаҡ ырыуынан. Боронғо йолалар ҙа һаҡланып ҡалған һәм урын еренә еткереп башҡарыла. Йәнбикә фольклор ансамбле 1986 йылда ойошторолған. Уның вәкилдәре ауылда уҙғарылған бөтә сараларҙа ҡатнаша. Яҙлы-көҙлө, ҡыштарын концерт-спектаклдәр ҡуялар, район һәм республика кимәлендәге конкурс-фестивалдәрҙең биҙәге булып торалар. Йәштәргә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеү буйынса ла ағинәйҙәр оло эш башҡара. Ағинәйҙәр оҙайлы ҡыш кистәрендә буш ултырмай. Улар йөн иләү, ойоҡбаш, шәл бәйләү, сигеү сигеү һәм башҡа ҡул эштәре менән булыша. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Йәш ҡатындар ҙа өлкәндәрҙән ҡул эштәре серҙәренә өйрәнә. Ауылдарҙа боронғо йолаларҙы белеүселәр һирәгәйә, йәштәр ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онота тигән уй-фекерҙәр Әбйәлилдәр хаҡында түгел. Уларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында Әбделмәмбәттәр байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла йәш быуынға рухи мираҫын ҡалдырырға тырыша. Бөтә Әбйәлилдәге кеүек, Әбделмәмбәттә лә буҙа ҡойоу менән шөғөлләнәләр. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан-эсәк өсөн файҙалы. Ата-бабаларыбыҙ ҡымыҙ һәм буҙа менән ҡунаҡ ҡаршылаған, был эсемлектәр менән байрам табындары ҡорған һәм күңел асҡан. Ғаилә тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ. Ирҙәре ялан ҡырҙарҙа бесән эшләгәндә ҡатындар йорт йылыһын, ғаилә усағын һаҡлау, балалар ҡарау менән мәшғүл. Сөнки, өйҙөң йәме, ихатаның матурлығы һоҡланыу уятырға тейеш, ти гүзәл заттар. Матурлыҡ булдыра белеү ҙә — үҙе бер һөнәр. Әбделмәмбәт ауылында 1903 йылда мәсет төҙөлә. Ул Ирәндек башында үҫкән ҡарағайҙарҙан һалына. И йорто 1934 йылға тиклем ауылда иман тарата. Әммә, кемдеңдер ҡуйышыуы буйынса икенсе ауылдан килгән кеше манараһын ҡолата. Совет заманында мәсеттә мәктәп, клуб урынлаша. Балалар өсөн интернат, көнкүреш әйберҙәре комбинаты ла була. Манараны ҡолатҡанды Өмөтҡужин Ғилмишәриф тигән кеше күреп, халыҡтың иғәнә аҡсаһына эшләтелгән көмөш айҙы йәшереп ҡала. 1991 йылда дини йорт йәнә үҙ ишектәрен аса, ә көмөш ай кире урынына урынлаштырыла. Ошо ваҡыттан алып мәсет халыҡты иманлы юлға әйҙәй. Башҡортостан-24 телеканалы иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсында ҡатнашҡан һәр ауылға бағыусыбыҙ РТРС компанияһынан бүләктәр тапшырыла. Был юлы хакимиәт тәҡдиме һәм ауыл халҡы теләге буйынса 20 бушлай каналды күрһәткән приставка һәм антенна балалар баҡсаһына бүләк ителде. Хәҙер сабыйҙарҙың рәхәтләнеп йәнһүрәт ҡарау мөмкинлеге бар. Сөнки, 20 каналдың береһе тап кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн тәғәйенләнгән. Ә бына конкурс еңеүселәрен тағы ла ҡиммәтерәк бүләктәр көтә. Агроспецпрогресс йәмғиәтенән трактор тапшырыласаҡ. Башҡаларҙы ла дәртләндереү ҡарала. Әбделмәмбәт ауылынан 60 яҡын кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уларҙың 32-һе яу яланында ятып ҡала. Иҫән ҡайтҡандары ла хәҙер күптән баҡыйлыҡҡа күскән. Әле ауылдың иң оло кешеһе — Рәжәп Ҡарабандин. Бөйөк Ватан һуғышы барышында ул да башҡа тиҫтерҙәре кеүек тылда хеҙмәт итә. Рәжәп Мөхәмәдъйә улы 50 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына бағышлай. Хәҙер инде 93 йәшен ҡыуалаған ир-уҙаманы яҡты хәтирәләргә бирелеп, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып йәшәй. Хеҙмәт алдынғыһы 8 балаһын аяҡҡа баҫтырған. Татыу ғаилә – ил күрке. Әбделмәмбәттә ишле ғаиләләр бихисап. Тап улар ауылға йән һәм йәм өҫтәй. Ғәлиә һәм Сәлих Насыровтар 1997 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Йәштәр матур йорт һалып сыға һәм 4 ҡыҙға, бер малайға ғүмер бүләк итә. Ғаилә башлығы, хужабикә лә ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән. Уларҙың ата-әсәләре 10-шар бала тапҡан. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете нимәлә тигән һорауҙы йыш бирәләр. Баҡһаң, сере лә ябай — һөйгәнең менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү, тей Ғәлиә Насырова. Насыровтарҙың балалары ауылдың ышаныслы киләсәге. Ҡыҙҙары спорт ярыштарында, мәктәп тормошонда, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм республика, Рәсәй кимәлендә төрлө наградалар яулай. Әбделмәмбәттә 200-гә яҡын йорт иҫәпләнә. Уларҙа 700-гә яҡын кеше йәшәй. Бер-нисә йыл элек халыҡ һаны аҙыраҡ булған. Яҡында эш булғас йәштәр күпләп ауылда ҡала, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Яңыраҡ бында ике яңы урам барлыҡҡа килгән. Ауыл халҡы элек-электән малсылыҡ, тимерселек һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Совет осоронда Әбделмәмбәт ауылында ғына 17 меңгә яҡын һарыҡ аҫралған. Әле лә бында йәшәүселәр күпләп йылҡы, һыйыр, һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт үрсетә. Факиһа Килдиярованың әсәһе колхоз ваҡытында бейәләр һауа, ҡымыҙ бешә һәм 92 йәшенә етә. Ә хәҙер ул үҙе кәзәләр аҫырап, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡымыҙҙың шифаһы тураһында бәйән итә. Колхоздар тарҡалып, донъялар үҙгәргәс, әбделмәмбәттәр аптырап ҡалмай. Тырыш ғаиләләр үҙ йүнен табыу ысулдарын эҙләй. Ҡарабәндиндар ҙа фермер хужалығы асып ебәрә. Ағалы-ҡустылы 5 кеше үҙҙәре үҫтергән 10 һыйырҙан башлай. Хәҙер уларҙың 40-тан ашыу башҡорт тоҡомло бейәһе, 60-ҡа яҡын эре-мөгөҙлө малы бар. Һөттө йүнселдәр яҡын урынлашҡан ҡалаларға тапшырып, кәсеп итә. Ауылда өр-яңы фельдшер акушер пункты, бер-нисә магазин, үҙ почта бүлексәһе, балалар баҡсаһы бар. Ике ҡатлы мәктәптә 170 бала белем ала. Яңыраҡ бында ағас тәҙрәләрҙе яңыларына алмаштырғандар. Әбделмәмбәт ауылында тырыш һәм сәмле халыҡ йәшәй. Улар бер-береһе менән ярышып, йорттар һала, тышҡы йөҙөн биҙәй. Һуңғы ике-өс йыл эсендә бында 63 йорт ҡыйығы алмаштырылған, 82 ҡапҡа һәм 85 баҡса ҡоймаһы яңыртылған. 13 яңы өй ҡалҡып сыҡҡан. Ауыл кешеләре менән матур, ауыл кешеләре менән бай, ти халҡыбыҙ. Әбделмәмбәттәр ҙә жюри ағзаларын ауылдары, тырыш халҡы менән әсир итеп, төп бүләк тракторҙы оторҙарына өмөт итә.