Өфөлә “Ҡанатлан” форумы үтте

  • Өфөлә “Ҡанатлан” форумы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, берҙәм мәктәп формаһын индереү, хәүефһеҙ интернет, балалар туҡланыуы. Белем биреү менән бер рәттән уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре Өфөлә икенсе тапҡыр үткән «Ҡанатлан» форумында күтәрелде. Физик, рухи һәм психологик сәләмәтлек – хәҙерге мәктәптә был төшөнсәләр беренсе урынға сыға. Мәктәп мәғарифының икенсе форумы сиктәрендәге күргәҙмә лә ошо маҡсаттарға бағышланды, уҡытыусылар, муниципалитет етәкселәре һәм ата-әсә берләшмәләре вәкилдәренең дискуссия майҙансыҡтарындағы фекер алышыуҙар ҙа  уҡыусыларҙың һаулығы һәм именлегенә арналды. Бөгөн балалар төрлө яҡлап хәүефкә дусар. Психологтар был хәлгә белдекле аңлатма бирә.

Мәктәп медицина һәм стоматология кабинеттарының берҙәм цифра контурын ойоштороп “Уҡыусы сәләмәтлеге паспортын” төҙөргә, ашханаларҙа сәләмәтлеген иҫәпкә алып балалар өсөн шәхси меню эшләп аҙыҡ сифатын күҙәтеү буйынса ата-әсә контроле булдырырға. Балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә сәләмәтлек нығытыу саралары, уҡыу планын иһә өсөнсө физкультура дәресе менән байытырға. Берҙәм мәктәп формаһы тураһында айырым фекер алышыу булды. Мәктәп формаһы матур, уңайлы, талымһыҙ булырға тейеш. Ул бөхтәлеккә өндәй, зауыҡ тәрбиәләй һәм тәртип өлгөһөн таныта. Форумда Башҡортостандың биш предприятиеһы мәктәп формаһы тегеү мөмкинлектәрен күрһәтте. Берҙәм форманы раҫлау киҫкен хәл ителмәй. Мәктәп, ата-әсә һәм балаларҙың уртаҡ теләге юҡ. Шуға киләһе уҡыу йылынан форманы муниципалитеттар кимәлендә пилот проекты булараҡ индерергә саҡырҙы. Мәктәптә смартфон тыйыу ҡарары ла ҡапыл ҡабул ителмәй.

Радий Хәбиров педагогтарҙы балиғ йәшенә етмәгәндәрҙең үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының йышайыуына йәлеп итте. Республика етәксеһе уҡытыусыларҙы бала ғүмеренә хәүеф менән янаған хәлдәрҙе иҫкәртеү эшенә ҡушылырға саҡырҙы. Үҫмер күңелендә бушлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн мәктәптәрҙә әхләҡ дәрестәрен индереү мәсьәләһе көнүҙәк. Радий Хәбиров педагогтарға был эште традицион дин әһелдәре менән кәңәшләшеп башҡарырға тәҡдим итте. Урта белем биреү барышында ҡатнашҡан һәр кем мәктәп мәғарифы форумында ҡабул ителгән ҡарарҙарға етди мөнәсәбәттә. Бындай сараның урынлы һәм мөһим икәнлеген ваҡыт үҙе дәлилләй. “Ҡанатлан” проекты теркәгән ҡарарҙар уңышлы бойомға ашырыла. Төбәктәрҙәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында тәьҫораттарын ата-әсә лә, уҡытыусылар ҙа ихлас уртаҡлаша.

Киләһе йылда, мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында иһә уҡытыу сифаты тураһында фекер алышырға килешелде. Йәмғиәткә бөгөн белемле һәм уңышлы шәхес талап ителә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика