Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Тулыраҡ: Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ. Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы исем бирелеүе шиғриәт һөйөүселәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Баш ҡаланың беренсе май аллеяһында үткән шиғри флешмобта улар Өфөгә булған бөтә хис-тойғолары тураһында һөйләне.Ошо уҡ аллеяла Еңеү паркы ҡаршыһында «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһы ла ҡалҡып сығыуы ихтимал. Өфөгә халыҡ-ара маҡтаулы исем бирелгәндән һуң, был ваҡиғаны мәңгеләштереү йәһәтенән ойоштороу комитеты стелланың макетын яһауға конкурс иғлан иткәйне.Анатолий Болутенконың хеҙмәт фронты тураһында яҙған ошо шиғыры Айгөлдө конкурста ҡатнашырға илһамланландырған. Тап ошо юлдарҙы ул үҙенең эскизында ла ҡулланған. Ә уның хеҙмәттәше Дина үҙ эшендә тыл хеҙмәтсәндәренең образын ҡатын-ҡыҙ йөҙө аша һынландырған. Константин Донгузов менән Дамир Мәғәфүров фекеренсә, стелла һүҙе грек теленән тәржемә иткәндә “бағана” тигәнде аңлата, шуға ул бағана формаһында булырға тейеш. Улар үҙҙәренең проектына отошлораҡ буласаҡ урын да тәҡдим итә.Йәмғеһе, конкурсҡа тиҫтәләгән эш ҡабул ителгән. Әммә ойоштороу комитеты тап Константин Донгузовтың проектын иң яҡшыһы, тип тапҡан.Тимәк, хәҙер өфөлөләргә проектың макетын түгел, ә урынын ғына һайлаһы ҡала. Тауыш биреү онлайн рәүештә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең сайтында барасаҡ.