Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  — сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  — төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү. Күсмә медицина комплекстары  ауылдарға график буйынса йөрөй. Һаулығын теләгән Һәр кеше тикшертә ала. Бына ошолай – йыр-моң, икмәк, тоҙ менән ҡаршы ала табиптарҙы Яңы Балтас ауылы халҡы. Сәләмәтлек поезының сираттағы туҡталышы Саҡмағош районында. Әлеге шарттарҙа  ошо рәүешле медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә, уларҙы бер аҙ дәртләндереп ебәрергә тырыштыҡ, ти урындағы халыҡ. Шул арала мобиль медицина комплексы алдына кеше ағыла. Һәр кем сәләмәтлеген тикшертеп ҡалырға тырыша. Фәүиз Минһаж улы  табиптарға бик үк йөрөргә яратмаһа ла, бындай мөмкинлекте ысҡындырырға ярамай тигән фекерҙә. Бер  юлы йөрәген һәм күҙ төбөнөң баҫымын тикшертеп сыҡҡан оло йәштәге ир.Сәләмәтлек поезды өс машинан  тора. Беренсеһендә терапевт дөйөм хәлде тикшерә,  экг эшләтеү, күҙ төбөнөң баҫымын ҡаратыу мөмкинлеге бар.  Икенсеһендә  ҡан һәм башҡа төр анализдар тапшырыла.  ҡатын-ҡыҙҙар үҙ сәләмәтлеген айырым бүлмәлә тикшертә ала. Һуңғыһында флюорография аппараты.Быйыл Саҡмағош районына медицина поезды икенсегә килә. Быға тиклем күсмә пункт август айында, урындағы ауыл халҡы һорауы буйынса эшләп киткән. Унда 2 меңдән ашыу кеше үҙ сәләмәтлеген тикшертә алған. Был юлы ла  тикшерелергә теләүселәр күп булмаҡсы.  Ауыл хакимиәте медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға урындағы табиптарҙы ла йәлеп иткән.  Пандемия ваҡытында сифатлы медицина  ярҙамы үҙ ауылыбыҙҙа ойошторолоуы үтә лә ҡыуаныслы, ти ауыл халҡы. Ентекле диагностика ярҙамында  байтаҡ сир башланғыс стадияһында асыҡлана, тимәк, уны дауалауы ла еңелерәк, тигән фекерҙә табиптар.  Шуға ла, хәүеф төркөмөнә ингән, хроник сирҙәре булған һәм сәләмәтлегенә битараф ҡараған ауылдаштарын тәү сиратта  күрһәтергә тырыша улар. Медицина бригадалары графикка ярашлы халыҡты хеҙмәтләндерә. Сәләмәтлек поездары яҡын арала  тағы 4 районда эшен дауам итәсәк.  Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ, Дуван, Нефтекама һәм Октябрь райондары халҡы ла  үҙ сәләмәтлеген тикшертә аласаҡ. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

8 часов 26 минут назад
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

8 часов 26 минут назад
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

8 часов 27 минут назад
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

8 часов 28 минут назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

8 часов 29 минут назад
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика