Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Тулыраҡ: Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:
«Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем элементтарын һүрәтләү, төбәп әйткәндә, башҡорт милли кейемен ошолай күрһәтеү мыҫҡыл итеүгә бәрәбәр. Милли кейемде өләсәйемдең кейгәне күҙ алдымда. Ханым аңламай икән, милләте башҡорт ҡына түгел, һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн дә был айырыуса мөһим. Миңә ҡалһа – был хайуан ҡылығы. Мин цензура менән шөғөлләнмәйем, Ул кешене Алла ярлыҡар. Мин бында, шул иҫәптән ошо залда ултырған функционерҙарға мөрәжәғәт итәм, әйҙәгеҙ ошо мөһим төшөнсәләр менән һаҡ булайыҡ. Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле. Һәм тәрән рәнйетә. Шуға ла был мәсьәлә менән ипле эш итергә саҡырам. Кемгә аңлашылмай, улар бында ултырырға лайыҡ түгел».