Баҫма электрон өлгөлә лә таратыла. Каталогтың электрон өлгөһөн йыл һайын тулыландырыу күҙаллана.
«Каталог һөнәр эйәләренә үҙенсәлекле әйберҙәрен эске һәм тышҡы баҙарҙа үҫтереүҙә һәм танытыуҙа ярҙам итер тип ышанабыҙ», – тине Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры Марсель Кашаев.
«Быйыл 40-тан ашыу оҫта дәүләт ярҙамы менән бөтә Рәсәй кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашты. Каталог Башҡортостандың креатив кластерын республикала ғына түгел, унан ситтә лә танытыу өсөн нәшер ителде. Бынан тыш ул конгресс-күргәҙмәләрҙә һөнәрсе-эшҡыуарҙар өсөн таныштырыу материалы булып тора», – тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Оҫта һәм кәсепселәрҙең күбеһе – үҙмәшғүл. Бизнес субъекттары булараҡ уларҙы «Минең бизнес» үҙәктәрендә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге ҡаралған.